Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ярҙам поезы” Сибайға килде

“Ярҙам поезы” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультациялар көнө үткәреү маҡсатында Сибайға килде. Йөҙҙән ашыу Сибай халҡы ҡабул ителде, шулай уҡ Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан да килеүселәр булды. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды, документтар туплау, социаль, юридик һәм психологик ярҙам алыу мөмкинлеге хаҡында белеште. Күп мәсьәләләр урында уҡ хәл ителде. ”Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина “Ярҙам поезы” проектына ихтыяждың ҙур булыуын билдәләне. Граждандарҙы ҡабул итеүҙән һуң министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда махсус хәрби ҡатнашыусылар һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. “Ярҙам поезы” проекты Башҡортостанда “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы тарафынан тормошҡа ашырыла. Проектҡа ярашлы, киләһе граждандарҙы ҡабул итеү сараһы 10 ноябрҙә Белорет ҡалаһында үткәреләсәк. Фото:VK.com