Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Оҫтаның әкиәт донъяһында

Ҡул эштәре оҫтаһы Сергей Чердынцевтың йорто эргәһенән тыныс ҡына үтеп булмай, ти Дыуан районының Таҙтүбә халҡы. Ихатаға аяҡ баҫыу менән ағастан һырлап эшләнгән төлкө, торна, тәлмәрйен һындары, әкиәт геройҙары ҡаршы ала. Оҫта бынан ете йыл элек был шөғөлгә ҙур теләк менән тотона. Йорттоң һырлап эшләнгән ҡапҡа һәм ҡоймалары бер кемде лә битараф ҡалдырмай, тип яҙа “Дуванский вестник” гәзите. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ағас ауҙарыусы булып эшләй, аҙаҡ пилорамға эшкә күсә. Тынғыһыҙ пенсионер интернетта ҡул эштәренә өйрәтеүсе төрлө видеороликтар менән ҡыҙыҡһына һәм ағастан һырлап эшләүҙе үҙләштерә башлай. Гаражында оҫтахана асып ебәргәс, эш йәнләнә. Йортондағы бөтә йыһаздар ҙа тиерлек уның алтын ҡулдары менән эшләнгән. Хужаның йортон сылбырҙағы “такса” һаҡлай, ҡойма башында тейен сәтләүек яра, ҡауҙылар ҡунған. Һәр Еңеү байрамы алдынан ҡоймалағы йондоҙ эргәһенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары фотолары урын ала. Һәр ағас һынға тәрән мәғәнә һалынған. Ағас эше оҫтаны һис ялҡытмай, киреһенсә, яңы образдар өҫтөндә эшләү теләге көсәйә генә. Фото: https://duv-vest.ru/news/obshchestvo/2023-10-31/dobryh-ruk-tvorenie-3500789