Октябрь аҙағында республиканы Ейәнсура районының Иҙәш ауылында булған енәйәт тетрәндергәйне. Туңдырғыста йәй уртаһында уҡ юғалған инәйҙең үле кәүҙәһе табылды. Әле уны унда кем һалып ҡуйғаны асыҡланды. Хәл былай булғайны: бер ҡатын әсәһе менән улы янына Иҙәш ауылына килә. Тик улар юғалған булып сыға. Шулай уҡ хужалыҡтағы ике баш һыйыр ҙа юҡ була. Ҡатын 30 йәшлек улына шылтырата. Ир өләсәһен икенсе ауылға алып барҙым һәм уны унда ҡарайым, ти. Аҙаҡ иһә бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Һөҙөмтәлә уны Өфөлә табалар. Ул төрлө эштәрҙә эшләп йөрөгән. Тәүҙә полиция хеҙмәткәрҙәренә өләсәһе үҙе үлгән, һәм ул ҡурҡышынан кәүҙәһен туңдырғысҡа йәшерҙем, ти. Һыйырҙарҙы һата ла, шул аҡсаға Өфөгә китә. Тик аҙаҡ дөрөҫөн һөйләй: бер көндө ул иҫерек килеш ҡайтҡан һәм 85 йәшлек әбейҙе туҡмаған. Иртән генә уның үлгәнен аңлаған һәм кәүҙәһен йәшергән. Әле ирҙе СИЗО-ға ебәргәндәр, эш буйынса тикшереү дауам итә. Фото: "Учалинская газета".