– «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ҡала халҡы күпләп ултырған төркөмдәрҙә «Төрлө физик эш башҡарам» тип иғлан яҙам. Күберәк оло йәштәге инәйҙәр һәм бабайҙар шылтырата. Музыка ҡуйып алам да рәхәтләнеп эшләйем. Беҙ бит ғаиләлә дүрт бала, әсәйем беҙҙе яңғыҙ үҫтерә, шуға ла ярҙам итергә тейешмен, тип уйлайым. Эш хаҡын да тулыһынса уға бирәм, – ти уңған үҫмер. Юлдаш йәйге каникулда ла тик ятмаған – туғандарына өй төҙөшөүҙә ҡатнашҡан, үҙҙәренең ҡаҙ бәпкәләрен көн дә Таналыҡ йылғаһында йөҙҙөрөргә йөрөткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫтереп еткергән ҡошсоҡтарын күптән түгел берәҙәк эттәр талап киткән. Шулай ҙа үҫмер төшөнкөлөккә бирелмәй: «Иң мөһиме, һаулыҡ булһын, ҡалғанын эшләп табырбыҙ», – ти. Юлдаш Ҡаһарманов интернет селтәрендә башҡорт телендә блог алып бара. Шул уҡ ваҡытта Юлдаш телефонда һәм интернет селтәрендә оҙаҡ ултырырға яратмай, аудиторияһы менән эш араһында ғына аралаша. Һәр нәмәлә сама кәрәклеген яҡшы аңлай ул.Бына ниндәй егет үҫә Баймаҡта! Ә һеҙҙең балалар каникулын нисек үткәрә? Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА.Фото һәм видео Юлдаш Ҡаһармановтың шәхси архивынан алынды.