Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике үҫмер тотош класты ҡотҡарған

29 октябрҙә, йәкшәмбелә, Туймазы ҡалаһында “Башинформсвязь” бинаһында янғын булған. Ошо мәлдә ундағы 17 бәлиғ булмаған үҫмер ут тотҡононда ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, ут өсөнсө ҡаттағы ял итеү залында сыҡҡан. Был ҡатта математика уҡытыусыһы өлкән класс уҡыусыларына дәрес биргән булған. Уҡыусылар дәрескә килгән төп юлды ут быуа. “Беҙ кабинетта саҡта янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама тауышын ишеттек. Янғын сигнализацияһы ысынлап эшләгәнме, әллә был ялған хәүефме - аныҡ ҡына билдәле түгел. Бер малай коридорға ҡарап, ут һәм төтөн күрҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа шунда уҡ ишек алдына барҙыҡ, әммә ишек бикле ине. Төтөн артҡандан-арта, тын алыу ауырлаша, шуға күрә беҙ дуҫым Алан Вәлиев менән бергә ишекте ватырға тотондоҡ”, – ти XI класс уҡыусыһы Мирослав Фазлыев. Янғын һүндереүселәр килгәнсе барыһы ла урамға сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре тиҙ арала утты һүндерә. Балаларҙың дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ике уҡыусыны бүләкләүгә тәҡдим итеү өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр һәм документтар йыя. Беренсе (төп) фото сығанағы: https://t.me/bashkiria_ru/11490 Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.