Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина лицензиялауы эшмәкәрлеге өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә судҡа тиклемге ялыу биреү хеҙмәтенә тоташтырылған. Хәҙер медицина хеҙмәттәре лицензиаттарының хоҡуҡһыҙ ҡарарҙарға, вазифалы кешеләрҙең эш итеү-итмәүенә ялыуҙы дәүләт һәм муницпаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша электрон төрҙә тапшырырға була. Был хеҙмәт эше киләсәктә дәғүәләрҙе яҙыу һәм яуап алыу ваҡытын ҡыҫҡартыу, мәсьәләләрҙе судҡа тиклемге ысул менән көйләү мөмкинлеген бирәсәк. - Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы, хеҙмәткә тоташтырыу координаторы булараҡ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эске системанан файҙалана алыуын тәьмин итте. 2023 йылдың 1 ноябренә тиклем ялыуҙарҙың маршруты йәһәтенән тикшерәбеҙ, – тип аңлатты республиканың дәүләт идараһы һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Хеҙмәткә ялыуҙы документтарҙы алмаған йәки хеҙмәт күрһәтелмәгән, хеҙмәт ваҡытында атҡарылмаған йәки өҫтәмә документтар талап ителгән