Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Коммунар һәм Комсомол урамдарын ремонтлағандар. Юлсылар дөйөм оҙонлоғо 860 метрҙан ашыу булған участканы норматив хәлгә килтерҙе. Ике ай дауамында улар иҫке япманы ҡырып алыу, тигеҙләүсе япма һалыу менән шөғөлләнде, аҙаҡ яңы асфальт түшәне. Бер юлы бордюр таштарын алмаштырҙылар һәм юл тамғалары һыҙҙылар. – Комсомол һәм Коммунар урамдарында 4-се мәктәп, футбол федерацияһы, стәрлеләр ял итергә яратҡан Киров исемендәге парк, шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының бер нисә корпусы урынлашҡан. Шуға күрә был урамдарҙы тәртипкә килтереү мөһим ине, – тине республиканың юл хужалығы һәм транспорт министры Александр Клебанов. Был урамдарҙы ремонтлауға 13,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Стәрлетамаҡта быйыл бөтәһе ун объект ремонтланды. Был Водолаженко, Көнбайыш, Профсоюз, Элеватор, Хоҙайбирҙин, Техник, Нағоманов, Коммунар һәм Комсомол урамдары, шулай уҡ Хоҙайбирҙин, Көнбайыш һәм Коммунистик урамдар ҡушылған урындағы ҡулса киҫелеше. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 8,2 километр тәшкил итте. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.