Ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Башҡортостандан бер төркөм кешеләр юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Улар араһында Дәүләкән ҡалаһынан 11 бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаева ла бар. Гөлназ Фаил ҡыҙы ғаилә институтын нығытыуға һәм балалар тәрбиәләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды. Дәүләкән районында йәшәгән Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар тураһында гәзитебеҙҙә лә, сайтта яҙғаныбыҙ бар. Улар – республикабыҙҙың ишле һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе. Быйыл яҙғыһын уларҙың 11-се балаһы – ҡыҙҙары Ынйы тыуғайны. Гөлназды күптәр күп бала әсәһе тип кенә түгел, әүҙем йәмәғәтсе, ойоштороусы булараҡ та белә һәм хөрмәт итә. Ҡорманаевтар балаларын төрлө яҡлап үҫтереүгә, спорт, ижад йәһәтенән һәләттәрен асыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Уңған, өлгөлө әсәне юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Фотолар: “Башинформ” һәм Ҡорманаевтарҙың ғаилә альбомынан.