Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Балаларыма иман байлығы бирһәңсе...”

“Беҙҙең Миәкә ерендә элек-электән мәғрифәткә, дингә ынтылыш көслө булған. Ата-бабабыҙҙың ошо хаҡ юлын дауам итергә, йәш быуынға күркәм өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артыбыҙҙан эйәртергә тырышабыҙ. Тыуған төйәгеңдә иман өләшеп йәшәү – Аллаһ Тәғәләнең оло бәрәкәте ул”, – ти Миәкә районының имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Синәкәев. Уның атаһы – Өршәкбаш-Ҡарамалынан, әсәһе – Байтимерҙән. “Ике ауылды ла үҙ күреп, яратып үҫтем, – ти Азамат хәҙрәт. – Күберәк Байтимерҙә йәшәргә насип булды, тап шунда мәктәпте тамамланым. Дини тәрбиә нигеҙҙәрен өләсәйем бирҙе. Ул доғаларҙы шул ҡәҙәр матур итеп, ихлас уҡыр, көндәлек биш намаҙын ҡалдырмаҫ ине. “Балаларыма иман байлығы бирһәңсе”, – тип Аллаһ Тәғәләнән һорағандары күңелемә тәрән уйылған. Әл-хәмдү лил-ләһ, доғалары ҡабул булғандыр өләсәйемдең – беҙ иман юлындабыҙ”. Өйҙә ошондай тәрбиә күреп үҫкән Азамат Синәкәев туғыҙынсы класты тамамлағас уҡ дини ғилем юлынан китә. Тәүҙә Стәрлетамаҡтағы, унан Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы мәҙрәсәләрҙе тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған районындағы Әнәс ауылында имам булып башлай. Бер аҙҙан Ҡырғыҙ-Миәкәләге үҙәк мәсеткә эшкә саҡыралар. Унда тәүҙә етәксенең ярҙамсыһы булып йөрөй, хәҙер иһә – имам-мөхтәсиб. – Мине иң ныҡ һөйөндөргәне: әл-хәмдү лил-ләһ, районыбыҙҙа дин тотҡан йәш ғаиләләр арта. Уларҙың һәммәһе лә күмәк бала үҫтерә, ул-ҡыҙҙарына матур тәрбиә бирә. Башҡалар ҙа ошо күркәм өлгөгә эйәрә, – тип һөйөнә Азамат хәҙрәт. – Бөгөн күрҙегеҙ: мәсеткә йома намаҙына халыҡ күп йөрөй. Айырыуса һуңғы осорҙа шулай артты. Кешеләрҙең дингә килеүе, Аллаһ Тәғәләнән таяныс эҙләүе донъялағы хәл-ваҡиғаларға ла бәйле, әлбиттә. Барыһы ла – Раббыбыҙҙан. Халҡыбыҙ шуны ныҡлы аңлап, хаҡ юлға баҫһын ине тип теләйем. Азамат хәҙрәт әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт йомала һөйләйәсәк вәғәздәренә ныҡлы әҙерләнә. “Теманы һайлағанда көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы, намаҙға килгән кешеләрҙең йәшен, шөғөлдәрен, миҙгелгә ярашлы эштәрҙе һәм башҡаһын күҙ уңында тотам. Һөйләгәндәрем ҡәрҙәштәребеҙҙе уйландырырмы, йөрәктәренә үтерлек, дөрөҫ итеп әйтә алырмынмы, тип гел тулҡынланыу кисерәм. Һүҙҙең ҡөҙрәте сикһеҙ. Сығыш яһаусы тыңлаусылары алдында оло яуаплылыҡ тота. Яңылышлыҡ булырға тейеш түгел. Шуға ла вәғәздәрҙе, хөтбәләрҙе Ҡөрьәнгә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәренә таянып, уларҙан миҫал килтереп һөйләү мөһим. Шул саҡта ғына көткән һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Был йәһәттән дини яҡтан дөрөҫ мәғлүмәт биргән гәзит-журналдар ҙа ярҙамға килә. Уларға йыл да яҙылабыҙ, башҡаларға ла тәҡдим итәбеҙ”, – ти имам-мөхтәсиб. Ғөмүмән, дөрөҫ мәғлүмәттең тормоштағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ти Азамат хәҙрәт. Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә һуңғы йылдарҙа динебеҙ тураһында “белем биреүселәр” күбәйеүе халыҡты ҙур хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Әҙерлекһеҙ кеше мәғлүмәттәрҙең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен нисек айырһын? Һөҙөмтәлә яман уйлыларҙың “ҡапҡан”ына ла эләгеп ҡуялар. Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн иң тәүҙә мәсеттәге имамдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар дөрөҫ юлды күрһәтәсәк. “Һәр яңылыҡты тикшерергә кәрәк. Был хаҡта динебеҙҙә лә әйтелгән, “кемдән өйрәнгәнеңде бел”, тиелгән. Бер-беребеҙҙе яңылыш юлдарҙан һаҡлайыҡ, дөрөҫ ғилем таратайыҡ”, – тип саҡыра Азамат хәҙрәт. Райондың иман йорттарында ошо маҡсатта ҙур эштәр алып барыла. Уларҙа йыл да балалар өсөн дәрестәр ойоштороп, Ислам дине нигеҙҙәрен, ғәрәп телен, Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәтәләр, шәриғәт ҡанундарын аңлаталар. “Әле Ҡырғыҙ-Миәкәләге үҙәк мәсеттә Гүзәл Илмир ҡыҙы, Айгөл Рәшит ҡыҙы балаларға һабаҡ бирә. Ауылдарға йөрөп белем бирә торған уҡытыусыбыҙ ҙа бар. Өлкәндәрҙе иһә Илфат хәҙрәт менән икәүләп уҡытабыҙ”, – ти имам-мөхтәсиб. Район мәсеттәрендә каникул ваҡытында балалар өсөн ҡыҙыҡлы саралар, уйындар даими уҙғарыла. Йәйгеһен лагерь ҙа ойошторола. Балаларҙы йәйәү походҡа алып сығып, үҙҙәрендәге ауылдар буйлатып та йөрөткәндәр. Йәш быуын вәкилдәре һәр урында мәсеттәр менән танышҡан, имам-хатиптар уларға иман йорто тураһында һөйләгән, ашатҡан, ял иттереп оҙатып ҡалған. “Балаларға районыбыҙ буйлап уҙғарылған был сәйәхәт бик оҡшаны. Үҙебеҙҙә лә ғәйәт матур урындар күп икәненә инанып, тыуған төйәгебеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратып ҡайттылар. Таҡыр юл буйлап түгел, ә урман-тауҙар аша туранан йөрөгәндә, һуҡмаҡтарҙан йәйәүләп үткәндә еребеҙ матурлығын, ҡәҙерен нығыраҡ тояһың бит”, – ти Азамат хәҙрәт. Миәкә мәсеттәрендә кешеләрҙе спортҡа йәлеп итеү маҡсатында ла киң эшмәкәрлек алып барыла. Мәҫәлән, имам-мөхтәсибтең ошо йүнәлеш буйынса урынбаҫары Руслан Ғабдрахманов балаларҙы ирекле көрәш серҙәренә өйрәтә. Бының өсөн махсус бүленгән спорт залында мосолман малайҙары ғына түгел, башҡа халыҡ вәкилдәре лә ихлас шөғөлләнә. Төрлө ярыштарға даими йөрөп, уңышлы сығыш яһайҙар, урындар алалар. Көҙ йәшелсә-емеш өләшеп тә күркәм өлгө күрһәтә Миәкә диндарҙары.” Шәриғәт буйынса, ерҙә үҫкәндең ундан бер өлөшөн мохтаждарға бирергә тейешһең. Районыбыҙҙағы хәҙрәттәр менән бергә ошо бурысты йыл да атҡарып киләбеҙ. Йәшелсәне республикабыҙ мәҙрәсәләренә лә бирәбеҙ”, – ти имам-мөхтәсиб. Мәсеттәрҙә мохтаждарға өҫ һәм аяҡ кейемдәре килтереү ҙә ойошторолған. “Ярҙам күрһәтеү ҙә – Раббыбыҙҙың биргәндәренә шөкөр итеү ул, – ти Азамат хәҙрәт. – “Аллаһ Тәғәләнең юлына хикмәт менән, күркәм ғәмәлдәр аша саҡырығыҙ”, тиелә Ҡөрьәндә. Ошо һүҙҙәр нигеҙендә халҡыбыҙға бөтөн яҡлап матур өлгө күрһәтеп, барыһын да хаҡ юлға әйҙәп йәшәргә ынтылабыҙ”. Автор фотолары.