Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә биш урам ремонтланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 6,5 километр тәшкил итә. Был милли проектты тормошҡа ашырыу һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләһен 25 октябрҙә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ултырышында тикшерҙеләр. – Быйыл Өфөлә милли проект буйынса 11 объектта эштәр башҡарыу планлаштырыла. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 2,47 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, – тине Төҙөлөш, юлдар ремонты һәм яһалма ҡорамалдар буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Илшат Фахрутдинов. – 2023 йылдың октябренә ҡарата норматив хәлгә Яңы Рәсәй, Галле, Д.Бедный, Шәфиев, Менделеев урамдары килтерелгән. Зинино ҡасабаһында юл үткәргес, Высотная урамында юл төҙөү, шулай уҡ Эшсе хәбәрселәр урамын төҙөкләндереү дауам итә. Эштәр контракт сиктәрендә графикка ярашлы алып барыла. Эшсе хәбәрселәр һәм Высотная урамдарындағы объекттарҙы тормошҡа ашырыу 2024 йылда ла дауам итәсәк. Йәмәғәт советы ағзалары билдәләүенсә, бы