Ғафури районында республикабыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба урынлашҡан икәнлеге хаҡында күптәр хәбәрҙар. Бындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле һәм "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ағзалары күмәкләшеп һоҡланғыс эштәр башҡара, бер-береһенә дәрт-дарман өҫтәп, халҡыбыҙға мәҙәни нур тарата. Сәйетбабаларҙың уңғанлығына, сәмселлегенә иһә таң ҡалырлыҡ! Һәр йәһәттән улар тырыш. Бөгөн, күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улының тыуған көнөндә, Ғафури районына эш сәфәре барышында, бөйөк ғалимдың исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбендә ихлас аралашыуға ҡоролған осрашыу үтте. Унда "Башҡортостан" гәзите, "Ағиҙел", "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналдары хеҙмәткәрҙәре менән уҡытыусылар, уҡыусылар менән аралашты. Хеҙмәттәштәребеҙ менән бергә Ғафури районына мәртәбәле ҡунаҡ - Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбай менән өмөтлө йырсы Азамат Ғөбәйҙуллин да килде. Автор фотолары.