Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Һин мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә”

Кисә, 24 октябрҙә, Әбйәлил районында йәш музыкант Артур Күсимовты һуңғы юлға оҙаттылар. Күсим ҡушаматлы Артур Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. 2015 йылдан Радик Юлъяҡшиндың командаһында ине. Һуңғы осорҙа үҙенең шәхси проекты өҫтөндә эшләгән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшен аҙағына еткереп өлгөрмәгән. Радик Юлъяҡшин уның ни сәбәпле үлгәне тураһында әйтте. Медицина белешмәһенә ярашлы, уның йөрәге менән проблемаһы булған һәм ул ҡапыл вафат булған. Тәүге көндә уның менән Ҡазанда хушлашҡайнылар. Кисә иһә тыуған ерендә - Әбйәлил районында ерләнеләр. Егет менән бәхилләшер өсөн уның туғандары, яҡындары, класташтары, ауылдаштары килде. Матәм сараһын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Ғафаров асты. Шулай уҡ Радик Юлъяҡшин да ҡатнашты. “Артурға рәхмәт әйткем килә. Ул беҙҙең команда өсөн күпте эшләне. Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә. Һәр ваҡыт йылмайып йөрөнөң, бер ҡасан да унан насар һүҙ ишеткәнем булманы. Бик һәйбәт кеше ине”, – тине Радик Юлъяҡшин. Аҙаҡ сығыш яһаған кешеләр ҙә Артурҙың изге күңелле, ихлас булыуы тураһында һөйләне. Ә һеңлеһе Ләйсән уның ижади эштәрен тыңлаусыларына еткереүҙе, һуңғы ике йыл эшләгән проектын тамамлауҙы һораны. Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.