Яңауыл районының үҙәк китапханаһы “Минең тыуған яғым – Башҡортостан” тип аталған китап күргәҙмәһе эшләгән. Экспозиция “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған. Унда Башҡортостан Республикаһының булдырылыуы, уның арҙаҡлы шәхестәре тураһында бай материал ҡуйылған. Араларында Хәлим Әмиров та бар, ул Яңауыл районы кешеһе, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәре. Шулай уҡ күргәҙмәлә тыуған яҡты өйрәнеүселәр китаптары тәҡдим ителгән. Унда Башҡортостандың һәм Яңауыл районының тарихы һәм үҫешенә арналған очерктар бар. Күргәҙмәнең айырым материалдары арҙаҡлы яҡташтарға арналған. Был яҙыусы һәм шағирҙар Ғайнан Әмири, Илдар Юзеев, Рәдиф Тимершин, Кәүсәриә Шпфиҡова, йырсылар Радик Гәрәев, Фәнәүи Сәлихов һәм хормейстр Эльвира Ғәйфуллина. Шулай уҡ экспозицияла Яңауыл балалар моделле китапханаһының “Ете халыҡ, ете кейем” ҡурсаҡтар коллекцияһы тәҡдим ителә. Был ҡурсаҡтар республиканың ете территориаль зонаһын һәм уларҙың бер-береһенә оҡшамаған милли кейемдәрен күрһәтә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре бар теләүселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып ҡала. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Яңауыл районы хакимиәте.