Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәләкәстәр мәктәпкә әҙерләнә

Һәр шәмбе “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Ҡалтасы районында буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын ҡаршы алалар. Балалар бер-береһе, буласаҡ уҡытыусыһы менән таныша, уйнайҙар, һүрәт төшөрәләр, яҙалар, әкиәттәр тыңлайҙар, мәктәп тормошона өйрәнәләр. 21 октябрҙә Ҡалтасының 1-се мәктәбендә уҡыған 5в класс уҡыусылары “Незнайка һәм уның дуҫтары мажаралары” тигән әкиәти сара әҙерләгән. Незнайка сумкаһын юғалтҡан һәм уны тиҙерәк табырға теләгән. Был эштә уға Буратино, Ҡыҙыл Кәләпүш, Карлсон һәм башҡа әкиәттәр геройҙары ярҙамға килгән. Буласаҡ беренселәр йомаҡтар сискән, төрлө конкурстар һәм уйындарҙа әүҙем ҡатнашҡан, әкиәттәге дөрөҫ булмаған урындарҙы төҙәтергә ярҙам иткән, Незнайка көйөнә бейегән. Сара тиҙ генә үтеп тә киткән. Аҙағында иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр һәм әкиәт геройҙарының: “Тик бишлегә уҡығыҙ” тигән һүҙҙәренән һуң бәләкәстәр кластарына таралышҡан. – “Буласаҡ беренсе класс уҡыусыһы” программаһы 6-7 йәшлек балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә тәғәйенләнә. Уға ярашлы бәләкәстәр физик, социаль һәм психологик яҡтан мәктәпкә әҙерләнә, – тине Ҡалтасы мәктәбенең 1-се мәктәбе директоры Артур Ҡаһиров. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.