Баймаҡ районының Ишбирҙе ауыл клубы төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтары, ауыл кейәүе Илмир Дәүләтбаев, типһә тимер өҙөрлөк егеттәре Илсур Дәүләтбирҙин һәм Йәлил Ҡаҙакбаевтарҙың яҡты иҫтәлектәренә арнап мәктәп спортзалында спартакиада үткән. "Спартакиадала бөтәһе дүрт команда көс һынашты. Волейбол ярышында Юлыҡ ауылы йәштәренә етеүсе булманы. Шашка буйынса Бөрйән - Йылға командаһына беренсе урын булһа, пневматик мылтыҡтан атыу буйынса Ишбирҙе командаһы менән Баймаҡтан килгән "Хәрби туғанлыҡ" (Боевое братство) командаһына етеүсе булманы. Ошо спартакиаданы үткәрешкән ир егеттәребеҙ: ҡоролтай рәйесе Сәлим Мөхтәр улына, Заһир Сәлим улына, Сәлимйән Хәкимйән улына, Йомаш ауылы хакимиәте башлығы Мирхәт Рәфҡәт улына, Ишбирҙе ауылы хакимиәте башлығы Динар Радик улына, мәктәп администрацияһына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һәм дә үҙенең тәмле риҙыҡтары менән һыйлаусы ҡыҙҙарыбыҙ Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙына, Эльвира Фәрит ҡыҙына, Рәмзиә Рәхмәтулла ҡыҙына,