Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике ир кәүҙәһен тапҡандар...

Бөгөн иртә менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән ауыр хәбәр еткерҙеләр. Белорет районының Үрге Әүжән ауылында, Рудная урамындағы йортта янғын сыҡҡан. Был туралағы хәбәр килеү менән урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре йүнәлә. 40 минуттан улар утты еңеп тә сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергәс, урында ике ирҙең кәүҙәһе табыла. Уларҙың береһе - 1962, икенсеһе 1983 йылғы булып сыға. Әлеге ваҡытта янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Улар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Дуҫтар! Тышта һалҡынайытты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ваҡытта янғындар һаны арта. Кешеләр йылыныу өсөн мейес яға, электр ҡорамалдарын файҙалана. Бик һаҡ булырға кәрәк, яҡшы эшләгән ҡорамалдарҙы ғына ҡулланығыҙ, мейес яҡҡан килеш йоҡлап китмәгеҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.