Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Генерал Шайморатов" бейеүен ялҡынлы алҡыштар менән ҡаршы алдылар"

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль турында йөрөй. Гастролдәрҙең беренсе концерты Һарытауҙа үтте. Дондағы Ростов иһә киләһе пункты ине. 18 октябрҙә унда ҙур концерт уҙҙы. Билдәле ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерттың ҡунаҡтары һәм тамашасылары рәтендә милли автономия вәкилдәре, студенттар, йәштәр булған. Концерт программаһын «Гөлнәзирә» — Ф. Ғәскәровтың үлемһеҙ мираҫы булып торған тау башҡорттарының ялҡынлы бейеүе менән башлап ебәргәндәр. Шулай уҡ коллектив репертуарҙың башҡа данлыҡлы бейеүҙәрен дә башҡарҙы: “Ете ҡыҙ”, “Көтөүсе йыры”, “Уйна гармун” татар бейеүе һәм башҡалар. Тамашасыларға шулай уҡ Рәсәй, донъя халыҡтары мираҫын: мари, мордва, ҡалмыҡ, белорус, хорезм, ҡытай бейеүҙәрен һәм репертуарҙың башҡа сағыу композицияларын тәҡдим иттеләр. РФ Президентының Көньяҡ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Анатолий Сафронов ансамблгә донъя мәҙәни мираҫын по

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль турында йөрөй. Гастролдәрҙең беренсе концерты Һарытауҙа үтте. Дондағы Ростов иһә киләһе пункты ине. 18 октябрҙә унда ҙур концерт уҙҙы. Билдәле ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерттың ҡунаҡтары һәм тамашасылары рәтендә милли автономия вәкилдәре, студенттар, йәштәр булған. Концерт программаһын «Гөлнәзирә» — Ф. Ғәскәровтың үлемһеҙ мираҫы булып торған тау башҡорттарының ялҡынлы бейеүе менән башлап ебәргәндәр. Шулай уҡ коллектив репертуарҙың башҡа данлыҡлы бейеүҙәрен дә башҡарҙы: “Ете ҡыҙ”, “Көтөүсе йыры”, “Уйна гармун” татар бейеүе һәм башҡалар. Тамашасыларға шулай уҡ Рәсәй, донъя халыҡтары мираҫын: мари, мордва, ҡалмыҡ, белорус, хорезм, ҡытай бейеүҙәрен һәм репертуарҙың башҡа сағыу композицияларын тәҡдим иттеләр. РФ Президентының Көньяҡ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Анатолий Сафронов ансамблгә донъя мәҙәни мираҫын популярлаштырғаны һәм һаҡлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм коллективҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. - Бөгөн бында булыуыма бик шатмын: беҙҙә донъя кимәлендәге академик ансамбль сығыш яһауы менән ғорурланам. Улар профессионалдар, сығыштарын элек тә ҡараныҡ. Бөгөн иһә артистарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрә алыуыбыҙ һәм хатта ҡулдарын ҡыҫа алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Коллектив бер урында тормай, концерттан һуң ул артабан гастролгә юллана. Мин иһә икеләтә ғорурланам – улар минең яҡташтарым һәм уларҙы бында, Ростов ерендә, күреү минең өсөн ҙур хөрмәт. Был ысынлап та ҡәҙерле мәл! - тине Анатолий Александрович. Ростов өлкәһе мәҙәниәт министры урынбаҫары Полина Конышева ансамбль директоры Нәзир Байегетовҡа Ростов өлкәһе Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. - Беҙ ошондай матур, данлыҡлы коллективтарҙы һәр саҡ ҙур шатлыҡ менән ҡаршылайбыҙ. Иң мөһиме, бындай ваҡиғалар, концерттар илебеҙҙең бөйөк мәҙәниәтенә, уның халыҡ традицияларына хөрмәт уята, берләштерә. Төбәктәр араһында мәҙәни һәм ижади хеҙмәттәшлек, төбәк көндәрен үткәреү традицияһы дауам итер һәм Башҡортостандың академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы киләсәктә ҙур дуҫлыҡ һәм ижади хеҙмәттәшлектең башы булыр, тип ышанам, — тине Полина Юрьевна. Ростов өлкәһе Дон казактарының тарихи төбәге булып тора. Башҡорттарҙы иһә дон казактары менән уртаҡ тарих бәйләй. Дон казактарын һәм башҡорт батырҙарын – төньяҡ амурҙарҙы бөгөн дә Парижда, Берлинда, Данцигта һәм Варшавала, Лейпцигта, Дрезденда һәм Глогауҙа хәтерләйҙәр. Башҡорттарҙың һәм казактарҙың атлы полктары, атаман М.Платов корпусы составында, Наполеон полктарын Рәсәй еренән ҡыуып сығарған, Европа буйлап үткән. 2012 йылда Ғәскәри Атаман исеменән ансамблгә Дон казактары һәм башҡорттарының тарихи бәйләнеше һәм дуҫлығы билдәһе итеп Бөйөк Дон ғәскәре флагы тапшырылған. Мәхмүт Сәлимов, отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма Комитеты ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы түбәндәгеләрҙе өҫтәне: - Ростовта Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең концерты ысын байрамға әүерелде. Башҡортостан бейеүселәре был ҡалаға беренсе тапҡыр ғына килмәй, шуға күрә халыҡ данлыҡлы ансамблде түҙемһеҙлек менән көттө. Концерт ҡарарға бихисап яҡташтарыбыҙ йыйылды: Волгодонск, Ейск, Таганрог, Батайск, Новочеркасск ҡалаларынан һәм Ростов өлкәһенең һәм Краснодар крайының башҡа тораҡ пункттарынан башҡорттар булды. Ҡалмыҡ Республикаһынан Ҡалмыҡ казак ғәскәре атаманы Эрдни Манжиков үҙенең ғаиләһен алып килде, шулай уҡ Бөйөк Дон ғәскәре казактары ла концерт ҡараны. Ростов халҡы сираттағы тапҡыр башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм сәнғәте менән танышты. Улар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының Ростов өлкәһе тораҡ пункттарын фашист оккупанттарынан азат итеүҙә ҡатнашҡанын белә һәм шуға күрә «Генерал Шайморатов» бейеүен ялҡынлы алҡыштар менән ҡаршы алдылар, – тип уртаҡлашты ул. – Иҫ киткес рухи ләззәт кисерҙем! Ғәжәйеп матур ялҡынлы бейеүҙәр, матур кешеләрҙе күрҙек, иң мөһиме, бында беҙ башҡорт халҡының сәнғәте һәм оҫталығы менән танышыу ғына түгел, башҡорттарҙың күңелен дә тойҙоҡ, — тине Сергей Кимович, Бөйөк Дон ғәскәре казагы.