Миәкә районының Күл-Ҡунҡаҫ ауылында йәшәүсе Сәлимә Мәхмүтованың йөҙөнән ҡот, нур бөркөп торған һымаҡ. Уның сере бик ябай булып сыҡты. Сәлимә апай доғалар ярҙамында күҙ тейеүҙән өшкөрә, ҡот ҡоя икән. Ҡасандыр ҡаты ауырығандан һуң, үҙендә лә ошондай көс барлығын тоя ул. Хәҙер инде 15 йыл өмөт бағлап килеүселәргә ярҙам итә. Уның шифаһы күптәргә тейгән. Һөйләшә алмаған балалар һөйләшеп киткән, ауырға ҡала алмаған ҡатындан йөккә уҙған. - Кешегә ярҙам иткәс, файҙам тейгәс, үҙемә лә рәхәт, - ти Сәлимә апай. Уға ярҙам һорап республикабыҙ райондарынан ғына түгел, башҡа өлкәләрҙән дә киләләр. Дингә хөрмәт был ғаиләлә нәҫелдән. Заманында Сәлимә апайҙың Бәхтегәрәй ҡартатаһы мәзин булған, әсәһе лә ҡөръән уҡыған. Үҙенсәлекле һәләт һеңлеләрендә лә бар. Күл -Ҡунҡаҫ ауылында йәшәүсе замандашыбыҙҙың тормош иптәше Шамил ағай ҙа намаҙҙа. Автор фотоһы.