Нефтекама ҡалаһындағы Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, амбассадор Зимфира Йосопова Владимир Путиндан Рәхмәт хаты алды. Уны Рәсәй Президентының Йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков тапшырҙы. Бынан тыш, тағы ла 22 амбассадор Рәхмәт хатын алыуға өлгәште. 5 октябрҙә III Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы майҙансығында Рәсәйҙең 89 төбәгенән өс мең педагог һәм куратор, шулай уҡ “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2023”, “Беренсе уҡытыусы” конкурстары финалсылары осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл форум Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Фото: III Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы сайтынан.