Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Һанлы дәрес”тә нимәгә өйрәнергә була?

16 октябрҙән 12 ноябргә тиклем VK "Һан дәресе” Бөтә Рәсәй белем биреү проектының яңы этабын үткәрә. Быйылғы йылдың дәрес темаһы - «Мессенджерҙар». Мәктәп уҡыусылары унда һан сервистарының үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк. “Һан дәрәсе” нең ойоштороусылары “Һанлы иҡтисад” автономлы коммерция булмаған ойошма, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы, Һанлы үҫеш, элемтә, коммуникациялар министрығы һәм башҡалар. Интерактив тренажерҙар ярҙамында мәктәп уҡыусылары үҙҙәрен ит-белгестәр ролендә һынап ҡарай ала. Балалар шулай уҡ мессенджерҙа нисек берләшмәләр булдырыу тураһында өйрәнә. Белгестәрҙең бурыстары тураһында күберәк белергә теләгән өлкән класс уҡыусылары өсөн VK яңы махсус йүнәлеш аса. “Һан дәресе”ндә мессенджерҙар темаһы буйынса 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. VK шулай уҡ мәктәптәрҙә, белем биреү үҙәктәре базаларында Рәсәй буйынса асыҡ дәрестәр ҙә уҙғарасаҡ. Унда VK эксперттары ҡатнашасаҡ. VK күп төрлө белем биреү башланғыстарын тормошҡа ашыра. Улар иһә биш йыл дауамында VK-ға “Һан дәрестәре”н үткәрергә булышлыҡ итә. Компания үткәргән элекке дәрестәр нейроселтәрҙәргә, уйындар һәм видеотехнологиялар әҙерләүгә арналған. VK-ның дәрестәрендә Рәсәй буйынса миллионлаған мәктәп уҡыусылары ҡатнаша.