Рәсәйҙә 2 октябрҙән 8 октябргә тиклем һөт биҙе яман шеше сире менән көрәш аҙналығы тамамлана, әммә проблема шул көйөнсә ҡала. Яман шештең был төрө - донъяла иң киң таралған онкология сирҙәренең береһе. Шуныһын да белеү мөһим, ир-ат та был сиргә дусар, уларға сама менән бөтә асыҡланған сир осраҡтарының бер проценты тура килә. Кемдәр хәүеф төркөмөнә ҡарай? Сирҙе нисек иҫкәртергә? Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре докторы, юғары категориялы онколог Марат Ғәлиев ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. –Башҡортостанда һөт биҙе яман шеше онкология сирҙәре араһында нисәнсе урынды биләй? –Бына ун йыл инде республикала онкология сирҙәренең дөйөм структураһында ул беренсе урынды тота. Сирле 110-120 ҡатын-ҡыҙға һөт биҙе яман шешенә дусар бер ир тура килә. Йылына һөт биҙе яман шеше диагнозы ҡуйылған 15-16 ир асыҡлана. –Бындай сирлеләр араһында үлем осраҡтары күпме? –Ярайһы ғына ауыр, агрессив шеш ул. Әммә ваҡытында асыҡлағанда, уны