Найти тему
Башкортостан 24

Авариялар һанын кәметеү бурысы ҡуйылды

   Авариялар һанын кәметеү бурысы ҡуйылды
Авариялар һанын кәметеү бурысы ҡуйылды

Авариялар һанын кәметеү бурысы ҡуйылды

Ауыл һәм ҡалаларҙа, федераль, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа авариялар һанын кәметеү бурысы ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын уҙғарҙы. Ошо хаҡта Закир Шәрипов репортажы.Республикала аварияларҙы кәметеү өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бүленә. Был йәһәттән күп эштәр атҡарыла, мәҫәлән, трассаларҙың торошо, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртибе даими контролдә тотола, тине Радий Хәбиров.Быйыл 9 ай эсендә республикала 2 мең 600 авария теркәлгән. Уларҙа 272 кешенең ғүмере өҙөлгән, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 8,7 процентҡа аҙыраҡ. Ултырышта билдәләнеүенсә, 3 мең 110 кеше төрлө йәрәхәттәр алған, йәғни, 0,1 процентҡа кәмерәк. Ултырышта ҡатнашыусылар артабан да авариялар һанын кәметеү буйынса фекер алышты. Юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлау һәм транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде. Мәҫәлән, яңы юл билдәләре һәм светофорҙар ҡуйыу йә алмаштырыу, йәйәүлеләр өсөн зебралар һыҙыу, юл ҡатламын йүнәтеү һәм яңыртыу, юл һыҙаттарын булдырыу, яңы камералар ҡуйыу кеүек саралар дауам ителәсәк. 2023 йыл башынан Башҡортостанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 5 миллионға яҡын административ эш асылған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырып ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Бының файҙалы яғы ла бар. Штрафтарҙан килгән аҡса юл инфраструктураһын яңыртыу өсөн йүнәлтелә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».