"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында осрашыуҙарын дауам итә. Кисә ҡаланың Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында һәм Сибай тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында осрашыуҙар үтһә, бөгөн иһә баш ҡала ҡунаҡтары Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында студенттар менән осраша. Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе. Башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай гөрләп эшләгән белем усағы. Лицейҙа абруйлы, үҙ фәнен төплө белгән тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, аң-белем даирәһен байытыу, спортҡа ылыҡтырыу, тормош тигән оло юлға әҙерләү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Мәктәп директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина тырышлығы, алдынғы ҡарашы менән лицейҙа уңышлы эштәр башҡарыла, төрлө йүнәлештә бихисап еңеүҙәр яулана. Милли мәктәп Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы төбәге өсөн рухи