Сарала актуаль вакансиялар һәм профессиональ мөмкинлектәр тураһында фекер алышырға мөмкинлек буласаҡ. – Башҡортостан Республикаһы йәштәре "Карьера төнө" форумында фекерҙәштәре менән аралаша, алдынғы эксперттарҙың оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй һәм яңы проекттар таба ала, – тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Эльвир Нафиҡов. Форумда ҡатнашыу, шулай уҡ эш табыу йәки уңышлы карьера башлау өсөн ошо һылтанма буйынса теркәлеү үтергә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Карьера төнө" 11 ноябрҙә 14:00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Менделеев 134/7 адресы буйынса үтә. Фото: pravitelstvorb.ru