Найти тему
Башкортостан 24

“Өфө ваҡыты” 12 октябрь: Башҡортостан ярҙамы

   “Өфө ваҡыты” 12 октябрь: Башҡортостан ярҙамы
“Өфө ваҡыты” 12 октябрь: Башҡортостан ярҙамы

“Өфө ваҡыты” 12 октябрь: Башҡортостан ярҙамы

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы Рәсәй Ҡораллы көстәрендә килешеү нигеҙендә хеҙмәткә арналды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү бөгөнгө шарттарҙа айырыуса әһәмиәткә эйә. Беренсенән, илдең Ҡоралла көстәре профессиональ кимәлен үҫтерһә, икенсенән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар үҙҙәренең социаль именлеген дәүләт тарафынан гарантиялай. Тимерйән Рәжәп улы әйтеүенсә, бөгөн армияға килешеү буйынса барыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә.

Тапшырыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына ярҙамы тураһында һүҙ барҙы. Уртаҡ эштә Өфө эшҡыуарҙары ҙур ярҙам күрһәтә. Баш ҡала йүнселдәренең ирекмәндәр штабы ағзаһы Гөлсәсәк Әлибаева һүҙҙәренә ҡарағанда, ярҙам иғәнәһенә миллионышар һум күсергән бизнесмендар ҙа бар.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».