Бөгөн тәүге тапҡыр ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған ваҡиғаға арналған иҫтәлекле дата – Берләшеү көнө билдәләнә. Теүәл бер йыл элек Рәсәй составына дүрт көньяҡ төбәк – Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре кире ҡайта. Уларҙың халҡы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдерә. Башҡортостан менән Новороссияны яҡын, йылы һәм ысын мәғәнәһендә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Беҙҙең дуҫлыҡтың тарихи тамырҙары бар. Тап Донбасс ерендә Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фашистар менән һуғыша. Ҡурҡыу белмәгән генерал 1943 йылда хәҙерге Луганск янындағы алыштарҙа һәләк була. Һәм Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Луганск Халыҡ Республикаһына ярҙам ҡулы һуҙыуы осраҡлы түгел. Ә Красный Луч ҡалаһы менән күптәнге тарихи бәйләнештәрҙе иҫәпкә алып, килешеүгә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы республика уның өҫтөнән шефлыҡ итә. Бөгөн беҙ эшләгән бурыстар даирәһе бик киң – коммуналь инфраструктураны, энергетика объекттарын тергеҙеү, күп фатирлы