Бала ҡараған өсөн атайҙарҙың алиментҡа булған хоҡуғы тураһында нимә белергә кәрәк – Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.Алиментты хәҙер баланың атаһынан ғына түгел, билдәле бер шарттарҙа әсәһенән дә түләтергә мөмкин. Уртаҡ бала тыуғандан алып өс йыл буйына бала тәрбиәләүсе атайҙар ҡатынынан йәки элекке ҡатынынан алимент талап итергә хоҡуҡлы.Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар (ҡатындар һәм элекке ҡатындар) йөклө осорҙа үҙенә һәм, уртаҡ бала тыуғас, өс йыл дауамында балаға алимент талап итә ала ине. Ә ир кеше ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алғанда ғына бындай хоҡуҡҡа эйә булды, мәҫәлән, пенсия йәшенә еткән, эшкә һәләтһеҙ йәки уртаҡ бала ғәрип булған осраҡта.Яңылыҡ элекке ир менән ҡатындың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тигеҙләүгә йүнәлтелгән. Баланы ысынында тәрбиәләгән кеше хәҙер суд тәртибендә алимент талап итә ала. Бының өсөн тейешле ғариза яҙырға кәрәк. Дәғүә ғаризаһына бала ҡарауҙы һәм баланы ата-әсәнең береһе генә ҡарау сәбәбен раҫлаған
Баланы тәрбиәләгән атай ҡасан әсәнән алимент талап итә ала?
28 сентября 202328 сен 2023
1 мин