26 сентябрҙә республика юлдарында өс кеше һәләк булған. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төшкә табан Әбйәлил районында Аһылай - Рәхмәт автомобиль юлының 3-сө километрында 62 йәшлек ир "Лада Нива" руле артында юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель алған йәрәхәттәренән вафат була. Уның водитель таныҡлығы булмаған, өҫтәүенә ул билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән транспортҡа идара иткән. Көндөҙ Бөрйән районында Ҡағы - Иҫке Собханғол - Ғәлиәкбәр автомобиль юлының 40-сы километрында "Урал" автомобиле юлдан ситкә ауған. Рулдә булған 40 йәшлек водитель шунда уҡ һәләк булған. Ир 12 кубометр ҡайын ағасы алып китеп барған. Төндә Тәтешле районында Ташкент ауылы янындағы арпа баҫыуында Нефтекаманан 29 йәшлек ир "Лада Гранта" автомобилендә ауған. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәләк була. 30 йәшлек пакссажир – водителдең ағаһы зыян күрмәгән. Ул авария тураһында хәбәр иткән. 27 сентябрҙә Бөрө районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Кис Өфө -