...Яугир иптәштәре алдында “Әлдә һин бар әлегә донъяла” лирик йырын башҡара. Башҡорт яугирҙәре өйҙәрендә көткән һәм улар өсөн доға ҡылған һөйгәндәренә арналған йырҙы тулҡынланып тыңлай. Башҡорт яҙыусыһы, шағир Шәриф Бикҡол һәм композитор Байрас Абдуллиндың “Әлдә һин бар әле донъяла" йырын үҙ ваҡытында йырсы, музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов башҡарҙы. Хәҙер ул алғы һыҙыҡта, унда “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы составына ингән Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов исемендәге башҡорт батальонының медицина взводында санитар булып хеҙмәт итә. Йырсы быйыл июлдә Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө, ә август айында Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтте. Фото: скриншот.