Берҙәм пособие алаһығыҙмы, яңы банк иҫәбе астығыҙмы? Улай булһа, уның реквизиттарын Социаль фондҡа хәбәр итергә кәрәк.Быны пособие юллаған ата-әсә һәм опекун эшләй ала.Ғаризала:– кредит ойошмаһының атамаһын һәм БИК,– иҫәбегеҙҙең номеры күрһәтергә кәрәк.Иғтибар итегеҙ, был мөһим:берҙәм пособие алыр өсөн «Мир» картаһы булырға тейеш;картаның түгел, ә иҫәптең һандарын күрһәтергә кәрәк;пособие билдәләнгәндән һуң ғына уларҙы алмаштырырға һәм пособие алыу ысулын үҙгәртергә мөмкин.Балалар пособиеһы тәғәйенләү даталары тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән яҙмала.Шулай уҡ түбәндәгеләр менән танышығыҙ:Балаға берҙәм пособие менән бергә башҡа «балалар» түләүҙәрен алырға мөмкинме?Балаларға билдәләнгән ниндәй түләүҙәрҙе оҙайтырға кәрәк?Берҙәм пособиены нисә йәшкә тиклем түләйҙәр?Үҙмәшғүл ата-әсәләр балалар өсөн берҙәм пособие юллай аламы?Берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләре чат-ботта йыйылған: https://vk.cc/cpJGxTӨҫтәмә һорауҙарҙы 8 (800) 1-00000-1 телефоны аша бирергә йәки Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cleqKt