Республикала Йөрәккә яуаплы мөнәсәбәт аҙналығы дауам итә. Бер ҡасан да ял итергә мөмкинлеге булмаған йөрәкте нисек һаҡларға? Иң ябай кәңәштәр һеҙҙең ҡарамаҡҡа. 1.Туҡланыуға иғтибар итегеҙ Рациондағы етеҙ углеводтарҙы, тоҙҙо, ҡамыр аштарын, татлы һәм ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙы сикләгеҙ. Фаст-фуд кеүек аҙыҡтар бауырға һәм ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай һәм ваҡыт үтеү менән йөрәккә көс төшә башлай. Ғәҙәттәге менюға дингеҙ һәм йылға балыҡтарын, сәтләүек, иген бөртөктәре һәм орлоҡтар ҡушылған икмәк, еләк-емеш һәм йәшелсә индерегеҙ.Туҡланыуҙа сама булырға тейеш. Физик культура менән даими шөғөлләнегеҙ Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү өсөн физик көсөргәнеш талап ителә, ғөмүмән, һәр мускулға күнекмәләр кәрәк.Көн дә зарядка эшләгеҙ, аҡрынлап көсөргәнеште арттырығыҙ.Балансты һаҡлау мөһим, самаһыҙ, арып-талғансы шөғөлләнеү зарар ғына килтереүе ихтимал. Көндәлек күнекмәләр йөрәккә көсөргәнеште арттырыусы артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итер. Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ Йоҡо туймауҙың сә