Прима-балерина Гүзәл Сөләймәнова республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнгән. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Быға тиклем вазифаны режиссер һәм театр эшмәкәре Зиннур Сөләймәнов йөкмәгән, ул - әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында йәштәр сәйәсәте һәм ижади эш буйынса проректор. Гүзәл Сөләймәнова 25 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә эшләй. Ул - бихисап халыҡ-ара ижади конкурстар лауреаты, шулай уҡ республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Башҡорт балетының сағыу йондоҙона яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ! Фото: “Башинформ”.