Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик матур яҙма менән уртаҡлашты. “Факультеттың "Йәшлек" коллективының ике (!!!) бейеүе абруйлы "Байыҡ" телевизион конкурсының Гала-концертына үтте. Факультет тарихында беренсе тапҡыр бейеү ансамбле төҙөүебеҙгә күп тә түгел әле, дәртле егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың тыпырлаҡтары университеттың дүртенсе ҡатында киске туғыҙҙа ла ишетелә. Йәш быуынды бейеү сәнғәтенә ылыҡтырыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тибеҙ. Профессионалдар булып китмәгән хәлдә лә, үҙешмәкәр кимәлдә киләсәктә бер нисә баланы ғына ла башҡортса бейергә, төп хәрәкәттәрҙе эшләргә өйрәтһәләр – беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек тигән һүҙ. Беҙҙең ошо төп маҡсатты дөрөҫ аңлап, студенттарыбыҙҙың бейеүгә булған ынтылыштарын һүндермәйенсә, ипләп кенә кәңәштәрен еткергән баһалама комиссияһы ағзаларына, һәр конкурсантты дәртләндереп, хуплап торған Рита Өмөбаеваға, уның берҙәм командаһы