3-4 октябрҙә Өфөлә «Минең туған телем» программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойошторған Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар үтте. Ике көн дауамында Рәсәйҙең ете төбәгенән һәм Һиндостандан ҡатнашыусылар полилингваль белем биреү, телдәрҙе һаҡлау, заманса мәктәп шарттарында туған телде өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн һанлы технологияларҙы ҡулланыу, туған телдәрҙе уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары һәм балаларҙы ғаиләлә туған телгә йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Конференцияның абруйлы ҡунаҡтары - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Кеше хоҡуҡтары буйынса күп яҡлы хеҙмәттәшлек департаменты директоры урынбаҫары Сергей Чумарев, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәте идаралығы начальнигы Тимур Цыбиков, Дәүләт Думаһы депутаты, Мәғариф буйынса комитет ағзаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ЮНЕСКО-ның «Бөтәһе өсөн мәғлүмәт» программа
Өфөлә Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар тамамланды
5 октября 20235 окт 2023
2 мин