Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Изге һөнәр эйәләре тәбрикләнде

Бөгөн, 5 октябрҙә, Уҡытыусылар көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың бер төркөм алдынғы педагогтарына дәүләт наградалары һәм ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға тәғәйен гранттар конкурсы еңеүселәренә сертификаттар тапшырҙы. – Ҡәҙерле уҡытыусылар, был яҡты һөнәри байрам һеҙ башҡарған изге хеҙмәткә оло хөрмәт һәм ихтирам хистәре менән һуғарылған. Һәр беребеҙҙең тормошонда ысын уҡытыусылар, остаздар булды. Улар беҙгә белем донъяһына юл асты, фекерләргә, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтте, хеҙмәт һәм тормош юлын дөрөҫ һайларға ярҙам итте. Беҙ уларҙың исемдәрен ғүмер буйына күңел түрендә һаҡлайбыҙ. Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, быйыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы билдәләнә. Республикабыҙҙа тәрбиәсе, уҡытыусы, ғалим һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған педагогтарҙы яҡлау йәһәтенән күп эштәр башҡарабыҙ. “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына премиялар, иң яҡшы колледждарға, уҡытыусыларға, һөнәри әҙерлек мастерҙарына, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә гранттар тапшырыла, – тине тантана барышында Радий Хәбиров. Әлеге сараға ла республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән һәләтле уҡытыусылар, йәш белгестәр һәм тәрбиәселәр йыйылды. Улар республика Башлығы ҡулынан дәүләт наградалары алып һөйөндө. Намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланған уҡытыусыларҙың барыһы ла – бер нисә тиҫтә йылдар дауамында изге һөнәргә тоғро ҡалып, йәш быуынға аң-белем, тейешле тәрбиә биргән оло йөрәкле педагогтар. Мәҫәлән, Дәүләкәндәге 5-се гимназия уҡытыусыһы Рима Латипова биш тиҫтә йылға яҡын географиянан уҡыта. Күгәрсен районынан Хәлит Сәлтәшев – республика, төбәк-ара һәм Рәсәй кимәлендә еңеүселәр әҙерләгән тәжрибәле тренер. Радий Фәрит улы юғары наградаға лайыҡ булыусыларҙың барыһына ла ихлас теләктәрен һәм оло хөрмәтен белдерҙе. Шулай уҡ тантана барышында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға тәғәйен гранттар конкурсында еңеү яулаған 30 белгескә сертификат тапшырылды. Белеүебеҙсә, был ярҙам сараһы, республика Башлығының 2019 йылдың июнендәге Указына ярашлы, ауыл йәки ҡасаба мәктәбендә эшләгән 35 йәшкәсә уҡытыусыларға тәғәйенләнгән. Быйыл һәр береһе 690 мең һумлыҡ 150 грант тапшырыу күҙаллана. Ярҙам сараһы ауыл мәктәптәрен кадрҙар менән тәьмин итеүҙе, ауыл уҡытыусыһының абруйын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һөнәри байрам айҡанлы тантанала конкурстың тәүге еңеүселәре тәбрикләнде. Ғөмүмән, республикабыҙҙың мәғариф системаһы – ҙур һәм ҡеүәтле тармаҡ ул. Был өлкәгә бер миллиондан ашыу кешенең ҡатнашлығы бар. Башҡортостан педагогтары үҙ иңенә һалынған яуаплы бурысты лайыҡлы атҡарып, республикабыҙҙы ил күләмендә танытыуға ифрат ҙур өлөш индерә. Уларға тынғыһыҙ хеҙмәттәрендә тик уңыштар теләйбеҙ! Фото: “Башинформ” агентлығы.