Кисә чемпионаттың судьялар коллегияһы һәм ойоштороу комитеты чемпионат үткәреләсәк урынды – Шишмә районындағы “Патриот” паркын ҡараны. Әҙерлек, нигеҙҙә, тамамланған, ярыштар урыны йыһазландырылған, ҡатнашыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. “Беҙ бындай чемпионатты беренсе тапҡыр уҙғарабыҙ. Был саралағы төп кешеләр – геологтар. Фән кешеләренә, геологтарға, бөтә ҡатнашыусыларға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бирергә әҙербеҙ. Ошо осорҙа республиканың бөтә гүзәллеген күрһәтергә, сараны юғары кимәлдә үткәрергә, был туралағы иҫтәлектәр хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ итеп үткәрергә тейешбеҙ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Азамат Абдрахманов. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.