Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар 65 йыл бергә!

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙә Раевка ауылында йәшәгән һоҡланғыс пар – Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кирәевтар тураһында яҙма менән уртаҡлашты. Белеүебеҙсә, был матур пар - билдәле яҡташыбыҙ, спортсы, алып барыусы Ләйсән Үтәшеваның ҡәҙерле өләсәһе һәм олатаһы. “Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы менән Зөбәржәт Сәғәрйәр ҡыҙы бергә 65 йылға торошло тормош юлы үтеп, бер-береһенә булған мөхәббәтте, хөрмәтте һәм тоғролоҡто раҫланы. Улар тимер туйҙарын йәшәү дәрте, көр кәйеф менән ҡаршылай”, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы. “Беҙ икебеҙ ҙә Аҡҡолай ауылында йәшәнек, бала саҡтан дуҫ булдыҡ, бергә уҡыныҡ. Мин әрме хеҙмәтендә булғанда, Зөбәржәткә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаусылар күп булған – ул ныҡ матур ине. Әммә ул мине көтөп алды. Әйткәндәй, ул районда сауҙа өлкәһе буйынса берҙән-бер юғары белемгә эйә ҡатын-ҡыҙ булды, Мәскәү сауҙа институтын тамамланы”, - ти ғаилә башлығы. Кирәевтәр сәләмәт тормош алып бара. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы көн һа

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙә Раевка ауылында йәшәгән һоҡланғыс пар – Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кирәевтар тураһында яҙма менән уртаҡлашты. Белеүебеҙсә, был матур пар - билдәле яҡташыбыҙ, спортсы, алып барыусы Ләйсән Үтәшеваның ҡәҙерле өләсәһе һәм олатаһы. “Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы менән Зөбәржәт Сәғәрйәр ҡыҙы бергә 65 йылға торошло тормош юлы үтеп, бер-береһенә булған мөхәббәтте, хөрмәтте һәм тоғролоҡто раҫланы. Улар тимер туйҙарын йәшәү дәрте, көр кәйеф менән ҡаршылай”, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы. “Беҙ икебеҙ ҙә Аҡҡолай ауылында йәшәнек, бала саҡтан дуҫ булдыҡ, бергә уҡыныҡ. Мин әрме хеҙмәтендә булғанда, Зөбәржәткә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаусылар күп булған – ул ныҡ матур ине. Әммә ул мине көтөп алды. Әйткәндәй, ул районда сауҙа өлкәһе буйынса берҙән-бер юғары белемгә эйә ҡатын-ҡыҙ булды, Мәскәү сауҙа институтын тамамланы”, - ти ғаилә башлығы. Кирәевтәр сәләмәт тормош алып бара. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы көн һайын иртәнсәк физзарядка эшләй, 16 килограмлыҡ герҙарҙы, 5 килограмлыҡ гантелдәрҙе күтәрә. Райондағы спорт ярыштарында ҡатнаша. Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы менән Зөбәржәт Сәғәрйәр ҡыҙы бәләкәй булһа ла шәхси хужалыҡ тота. Улдары Рөстәм, ейәнсәрҙәре Ләйсән Үтәшева ғаиләһе, балалары менән йыш ҡайта. Фото: Дамир Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. Сығанаҡ: alshvesti.ru (“Альшеевские вести” гәзите).