Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөн - Ырғаҡ менән бәйләүселәр көнө

Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, бар яҡлап та уңған һәм өлгөр, оҫта ҡуллы Рәхимә Мусина бөгөнгө байрамы менән уртаҡлаша. Баҡтиһәң, бөгөн - Ырғаҡ менән бәйләүселәр көнө икән! "Яҙғаным бар инде, энә менән бала саҡтан бәйләһәм дә, ырғаҡҡа 45 йәшемдә саҡ өйрәндем тип. Ун йыл самаһы мәж килдем, интернеттан ҡарап, нимә генә бәйләп кеймәнем, тик аҙаҡ ялҡтым, күҙгә лә көс төшә башланы.Бына ошоноһо һуңғы эшем — 2019 йылда Ҡазанға барғанда-ҡайтҡанда машинала юл буйы ваҡытты әрәм итмәй бәйләп алғайным. Тик эшкә йөрөмәгәс, йыуанайып та алғас, был туникаға яңы сағында башҡа бәйләмдәрем кеүек матур итеп фотоға төшөп, унда-бында күренеп йөрөү, битләүемдә тороу "бәхете" тәтемәне инде. Хәҙер яңынан һыя башлағас ҡына миңә, халат яратмаған кешегә, өй кейеме булып хеҙмәт итә", -тип яҙған ул. Әйткәндәй, һеҙҙең арала ырғаҡ менән бәйләүселәр бармы? Әйҙәгеҙ, эштәрегеҙҙе һәм үҙегеҙ тураһында бер аҙ таныштырып комментарийҙарға яҙығыҙ әле. Байрамағыҙ менән, уңған ҡуллы оҫталар! Фото: Рәхимә Мусина үҙе бәйләгән әйберҙәрендә.