14 сентябрҙә Башҡортостандың Милли музейында «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә «Уйынсыҡтар тарихы» күргәҙмәһе асыла. Мәскәү коллекционеры Вадим Вольфсондың уйынсыҡтары ваҡытлыса экспозицияның үҙенсәлеге буласаҡ. Вадим Владимирович Вольфсон - Мәскәү мәғариф музейы директоры, коллекционер, китаптар реставраторы, китап нәшер итеүсе, Рәсәй китап союзы һәм Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы. Фестиваль көндәрендә ул Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына боронғо уйынсыҡтар коллекцияһын тәҡдим итәсәк. Күргәҙмәлә батша ғаиләһенең раритет уйынсыҡтарын - паровозды һәм цесаревич Алексейҙың һалдаттары йыйылмаһын, совет осоро уйынсыҡтарын, өҫтәл уйындарын, конструкторҙарҙы күрергә мөмкин. «Әйҙә уйнарға» уйындары фестиваленең программаһы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/