Сизалтина ошонда тыуып үҫә. Әсәһе – башҡорт. Әлеге ваҡытта ҡыҙ Мәскәүҙә йәшәй, профессиональ модель. Сизалтина Мам Асҡарҙағы 1-се мәктәпте тамамлай. Иптәштәре, дуҫтары уны Тина тип йөрөтә. Артабан Магнитогорск дәүләт университетында белем ала. “Әммә компьютер артында ултырып эшләү, йәғни графика дизайнеры минең эшем булмауын аңланым. Бейеү менән шөғөлләндем. Ҙур пландар менән Мәскәүгә юлландым, бында үҙ юлымды таба, үҙемде аса алдым”, - ти ул. Ул шәхси дизайнерҙар, билдәле брендтар менән хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ күптән түгел “След” тигән сериалда төшкән. Тина башҡортса бик матур һөйләшә. - Әсәйем Светлана Хисаметдинова мине төрлө яҡлап үҫтереү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Ул бер ваҡытта ла “юҡ” тимәне, бөтә башланғыстарымды ла хуплап үҫтерҙе. Бөгөн мин яҡшы кеше менән ғаилә ҡорғанмын, бәхетлемен. Хәҙер инде ирем барлыҡ башланғыстарымда ярҙам итә, үҙем батырсылыҡ итмәгән эштәргә илһамландыра. Был ижад юлын һайлаған кешеләр өсөн бик мөһим, - ти Сизалтина. Әбйәлил ҡыҙына һәр яҡлап уңыштар теләйбеҙ. Сығанаҡ: Гөлназ Вәлиеваның интервьюһы. https://abzelil.com/articles/kultura/2020-02-13/lyublyu-vsyo-interesnoe-i-novoe-20999