Нефтекама ҡалаһындағы "Торпедо" стадионында "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә балаларҙы ҡала спорт секцияларына йәлеп итеүгә арналған спорт байрамы үтте. Бында балаларҙың киләсәктә нимә менән шөғөлләнеүҙәрен ҡарау ғына түгел, ә шунда уҡ йүнәлеште һайлап, дәрестәргә яҙылырға ла мөмкин ине. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йәрминкә-фестивалдең төп маҡсаты балаларға спорт секцияларында күнекмәләрҙең нисек үтеүен күрһәтеү ине. Ҡатнашыусылар тиҫтерҙәренең төрлө спорт төрҙәре менән нисек шөғөлләнеүен күҙәтә, тренерҙарға һорауҙар бирә алды. Уҡыусылар спорт дисциплиналары хаҡында күберәк белә, үҙҙәренә кәрәкле секция һайлай алды. Фестиваль юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә хыялланған йәш спортсылар өсөн ысын стимул булды. Бразил джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон сараның ҡунағы булды. Ул демонстрация уйындары үткәрҙе һәм теләүселәрҙең барыһына ла үҙе менән алышырға мөмкинлек бирҙе. Балалар чемпиондың оҫталығын күреп, үҙҙәре лә уның алымдарын ҡ