Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Өфөлә төҙөлгән вуз-ара кампус тураһында яңы яҙма менән уртаҡлашты. “2025 йылға тиклем төҙөп бөтөргә планлаштырылған вуз-ара кампус төбәк иҡтисады үҫешенә йоғонто яһаясаҡ. Һәм мотлаҡ ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ни өсөн икәнен аңлатып үтәм. Беҙ кампусты бер локаль объект итеп кенә түгел, ә айырым бер биләмәне, ҡаланы, республиканы, әгәр киңерәк алғанда, уның иҡтисадының тармаҡтарын үҫтереү өсөн стратегик проект булараҡ ҡарайбыҙ. Киләсәктә халыҡты университеттарҙың тормошона, студенттарҙы ҡала тормошона йәлеп итеп, кампусты бөтә Башҡортостан Республикаһына танытырға ниәтләйбеҙ. Был контекста белем биреү проекттары ла, фән һәм спорт мөхите лә, сәнәғәт һәм технопарктар ҙа үҙҙәрен күрһәтә аласаҡ. Бөгөн ике мөһим аҙым яһаныҡ. Беренсеһе – Силәбеләге коллегалар менән традицион бәйләнештәрҙе тергеҙәбеҙ. Осрашыуҙарҙы даими һәм юғары кимәлдә ойошторабыҙ. Иң яҡшы тәжрибәләр һәм компетенциялар менән уртаҡлашасаҡбыҙ. Т