Бөгөн, 8 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһының 30 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе нефть тармағы етәкселеген, хеҙмәт коллективын һәм ветерандарын юбилей менән ҡотланы, шулай уҡ компанияның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Барығыҙҙы ла «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт»тың 30 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Ошо ваҡыт эсендә компания Уралда һәм Волга буйында нефть продукттары баҙарында иң эре партнерҙарҙың береһенә әүерелде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Һеҙ – һөҙөмтәле үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырған ышаныслы партнёрыбыҙ. Республика Башлығы компанияның әүҙем инвестиция сәйәсәтен һәм юғары социаль яуаплылығын билдәләне. - Еңел булмаған ваҡытта һеҙ стратегик үҫешкә йүнәлтелгән ҙур программаларҙы тормошҡа ашыраһығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Ветерандарға һәм компанияның алты мең кешенән торған коллективына иң изге теләктәр юллайым. Артабан да һөнәри үҫеш, тыныс
“ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт” компанияһы 30 йыллығын билдәләне
8 сентября 20238 сен 2023
1 мин