Өфөлә легендар өфөлө, Арктика тикшеренеүсеһе Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы янында сквер булдырыла. Уның барлыҡҡа килеүе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы һәм өфөләрҙең проект өсөн тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Төҙөкләндерелгән биләмәнең дөйөм майҙаны 900 квадрат метр тәшкил итә. Сквер ял итеү өсөн эскәмйәләр менән уңайлы ял итеү зонаһынан тора. Бында таш плитканан тротуар, яңы асфальт йәйелгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған. Инженер коммуникациялары һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыусы заманса яҡтыртыу монтажланған. Скверҙы сентябрь аҙағына сафҡа индереү планлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейы Өфөлә 2021 йылда асылды. Ул Свердлов урамы, 88 адресы буйынса ике ҡатлы сауҙагәрҙәр усадьбаһы менән булдырылған архитектура ҡомартҡыһында урынлашҡан. Шул уҡ йылда Зәки Вәлиди урамындағы Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһына иҫтәлекле таҡта