Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 7 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров студенттар һәм ғалимдар өсөн яңы эшлекле һәм ижади киңлектә - Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә булды. Уны 2023 йылдың авгусында Киров урамында астылар. Төбәк етәксеһе дәрестәр, ял итеү һәм ижтимағи-презентация саралары өсөн биналарҙы ҡараны, Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең йәш ғалимдары һәм аспиранттары менән аралашты, шулай уҡ фәнни-мәғариф өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов әйтеүенсә, 1,3 мең квадрат метр майҙанда 110 урынлыҡ күп функциялы зал, аудиториялар, һөйләшеүҙәр бүлмәһе, асыҡ һауала үҙеңде әҙерләү өсөн зона, киберспорт клубы һәм компьютер класы урынлашҡан. Радий Хәбиров «Университет импульсы» йәштәр студент проекттары акселераторы ҡатнашыусылары менән аралашты. Өс аҙналыҡ интенсив һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусылар 32 инициативаны яҡланы, у