Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бүрәнәнән... 100 йыллыҡ һыу торбаһы

Был 100 йыллыҡ “табыш” хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов яҙып сыҡты. “Стәрлетамаҡ район-ара водоканалы” предприятиеһы эшселәре һыу үткәргес өлөшөнә һыу линияһын ремонтлап йөрөгәндә тап була, әлбиттә, материал әлеге ваҡытта файҙаланмаған. Белгестәр был торбаның йәшен яҡынса бер быуатҡа тиңләй. Шуныһы ғәжәп, 100 йыл үтһә лә ағас сереп тә ҡарамаған. Был, әлбиттә, материалдың ҡарағастан булыуына бәйле – ағас һыуға (дымға) бирешеп бармай. “Һеҙҙең иғтибарға 1941 йылғы карта ла тәҡдим итәм, унда, ысынлап та, 1941 йылда ҡаланың был өлөшөндә һыу системаһы булғаны күрһәтелгән”, – тип яҙып сыҡты Рөстәм Ғәзизов.