Рәсәй вуздарында «Хеҙмәткә өйрәнеп уҡыу» федераль программаһына старт бирелде. Программала 126 университет ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһынан Өфө фән һәм технологиялар университеты пилот вузы була. «Хеҙмәткә өйрәнеп уҡыу» программаһы академик дисциплиналарҙы өйрәнеүҙе ижтимағи файҙалы эш күнекмәләре менән бергә алып бара, теоретик уҡытыуҙы һәм берҙәм белем биреү процесында практик социаль эшмәкәрлекте берләштерә, һәр студентҡа йәмәғәт проекттарын ғәмәлгә ашырыу аша профессиональ тәжрибә алырға мөмкинлек бирә. «Хеҙмәткә өйрәнеп уҡыу»ҙы юғары уҡыу йорттары социаль заказсылар менән берлектә тормошҡа ашыра. Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн бындай бурыстарҙың каталогы булдырыла, ул студенттар өсөн уҡыу һәм практика сығанағы буласаҡ. Ошо маҡсатта Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы ДОБРО.РФ платформаһында потенциаль социаль партнерҙарҙан ғаризалар йыйыуҙың тәүге тулҡынын иғлан итте. Быйылғы уҡыу йылында «Хеҙмәткә өйрәнеп уҡыу» программаһында ҡатнашыу өсөн заявкалар 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Фото: gubkinadm.gosuslugi.ru