Найти тему
Башҡортостан гәзите

Белемде камиллаштыралар

31 августа «Һаулыҡ һаҡлауҙа коммуникациялар» квалификация камиллаштырыу программаһына уҡырға инеүселәр өсөн конкурс асылды. Был - медицина белеме тирәһендә ғилем эстәү өсөн яңы йүнәлеш. Флагман курсы Сеченов университетында башлана. Һаулыҡ тураһындағы темаға яҙған журналистар медицина нигеҙҙәрен белергә тейеш, ә медицина белгестәренә коммуникациялар нигеҙҙәрен өйрәнеү ҡыҙыҡлы буласаҡ. Был беҙгә төп мәғәнәне юғалтмайынса «кешеләр өсөн» яҙырға ярҙам итер. И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты базаһында уҡыусыларҙы киң коммуникациялар өлкәһендә алдынғы эксперттарҙан лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә. Программаның белем биреү өлөшө 2023 йылдың 18 сентябрендә көндөҙгө уҡыу рәүешендә башлана. Белемде камиллаштырыу тураһында тулыраҡ: http://dpoiliuz.tilda.ws/communications