Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Был ауылда яңы ФАП барлыҡҡа килеүе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (национальный проект “Здравоохранение”) тормошҡа ашырыуға бәйле. Ул РФ Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ФАП-тар төҙөүҙең төп бурысы — алыҫ ауылдарҙа сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген тәьмин итеү. "Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көттө. Хәҙер Йыланлыла 626-нан ашыу кеше, шул иҫәптән 55 бала, беренсел медицина ярҙамы аласаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: яңы ФАП-та пациенттар өсөн генә түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылды”, — тине Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Әминева. Cығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter