Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара студенттар кампусында “Медиадизайн һәм мультихудожестволы һанлы технологиялар” лабораторияһы ҡуйыла

Вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының “Медиадизайн һәм мультихудожестволы һанлы технологиялар” лабораторияһы ҡуйыласаҡ. Ул яңы йүнәлешле образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәһен үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Евразия фәнни-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү инновациялы белем мөхитен булдырыу буйынса федераль программаһын һәм “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре механизмдарын ҡулланып тормошҡа ашырыла. Креатив мөхит, мобиль экспозиция зонаһы, һанлы идеяларҙы эшкәртеү, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн эш урындары – төҙөлөп ятҡан кампустағы ӨДНТУ-ның “Медиадизайн һәм мультихудожестволы һанлы технологиялар” лабораторияһы шулай күҙаллана. Ул образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәһендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Бында мөһим эксперименталь мәсьәләләр хәл ителә, һанлы мөхиттә заманса медиатехнологиялар менән бәйле проекттар тормошҡа ашырыла. Прототипирование, брендинг, медиадизайн – ылыҡтырғыс заманса ижад төрҙәре менән студенттар теләп шөғөлләнә. - Белем биреү мөхите бар ҡатнашыусыларға ла тәғәйенләнеп, креатив булырға тейеш. “Медиадизайн һәм мультихудожестволы һанлы технологиялар” киләсәк лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре һәм кафедра коллективы шундай һөҙөмтәгә ынтыла, - ти “Дизайн һәм искусствоведение” кафедраһы мөдире Лидия Стратонова. Лабораторияның эшмәкәрлеге “Приоритет 2030“ программаһының стратегик мәсьәләләрен хәл итеү сиктәрендә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем үҙәгендә “Креатив индустриялар һәм дизайн” лабораторияһын идеялар, ижад һәм йыһаз менән тулыландырыу буйынса ҙур әҙерлек эше алып барыла. https://pravitelstvorb.ru/news/21698/